«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Танышының автомобилен ҡыуып алып киткән



22.07.2013 Танышының автомобилен ҡыуып алып киткән

Танышының автомобилен ҡыуып алып киткән Иглин ауылында йәшәүсе 63 йәшлек ҡатын һәм уның ире Дәүләкән районындағы Сергиополь ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килә. Табынға күршелә йәшәгән ир ҙә саҡырыла.
Мәжлес ҡыҙғас, ир-егеттәр тышҡа сыға. Шул мәлдә күрше егет ҡунаҡ ирҙең автомобилендә йөрөп килергә теләй, ләкин хужаһы асҡыс бирмәй. Ә иртәнсәккә ҡарай «ВАЗ - 2115» урынында булмай.
Автомобиль ҡыуып алып китеү тураһында полиция хеҙмәтенә мәғлүм булғас, «Перехват» операцияһы иғлан ителә. Күп тә үтмәй, «ун бишенсе» модель Дәүләкән ҡалаһының Әлшәй – Спорт урамдары киҫешендә туҡтатыла. Уның водителе иҫерек көйөнсә апаһынан аҡса алырға китеп барған. Өҫтәүенә ирҙең водитель таныҡлығы ла булмаған.
Элек тә урлашыу өсөн хөкөм ителгән ир РФ Енәйәт кодексының «Законһыҙ рәүештә автомобилде ҡулға төшөрөү» статьяһы буйынса яуап тотасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға