«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡсаһында… игуана тапҡан



18.07.2013 Баҡсаһында… игуана тапҡан

Баҡсаһында… игуана тапҡан Белорет ҡалаһында шәхси йортта йәшәүсе әбей үҙенең баҡсаһында игуана кеҫәрткеһен тапҡан. Бындай имәнес хайуанды тәүгә күргән хужабикә авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата һәм ярҙам һорай. Оҙонлоғо метр ярымға еткән йәшел кеҫәртке ҡойроғо менән ныҡ һелтәнһә лә, кешеләр уны тотоп ала.
Хайуан ҡотҡарыусылар отрядына килтерелә һәм уның хужаһын эҙләй башлайҙар. Күп тә үтмәй, рептилияның эйәһе табыла, ул игуананың ихатала йәшәүен һәм күршеләренең баҡсалары буйлап йөрөргә яратыуы тураһында әйткән.
Бер нисә көн үткәс, ҡотҡарыусылар игуананың икенсе кешенең баҡсаһында йөрөүе тураһында шылтыратыу ҡабул итә. Кеҫәрткенең ҡайҙа йөрөгәне уның хужаһына шунда уҡ хәбәр ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға