«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Металлургтар көнөнә байрам



18.07.2013 Металлургтар көнөнә байрам

Металлургтар көнөнә байрам Иртәгә Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында Металлургтар көнөнә һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына арналған байрам үткәреләсәк. Ҡунаҡтарға был көндө дискотека, артистар, ди-джейҙар сығышы, һабын ҡыуыҡтары менән шоу күрһәтеләсәк. Байрамдың төп өлөшөндә ут спорты буйынса Рәсәй чемпионаттары еңеүселәре файер – шоу, Пермь ҡалаһының аниматорҙары 3D лазер тамашаһын тәҡдим итәсәк.
Металлургтар көнөнә арналған байрам киске сәғәт 9-сы яртыла башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға