«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шиғриәт байрамына рәхим итегеҙ!



16.07.2013 Шиғриәт байрамына рәхим итегеҙ!

Шиғриәт байрамына рәхим итегеҙ! Иртәгә сәғәт 12-лә баш ҡаланың Киров районында шағир В.Маяковскийҙың йылына бағышланған шиғриәт байрамы үтәсәк. Унда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов сығыш яһаясаҡ. Сарала шулай уҡ Любовь Колоколова, Георгий Кацерик, Юрий Горюхин, Ирек Кинйәбулатов, Роберт Паль, Айҙар Хөсәйенов, Мөнир Вафин, Алмас һәм Рауил Шаммасовтар, Рафаэль Хафизов, Дамир Шәрәфетдинов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм Марсель Сәлимов ҡатнашасаҡ.
Тантаналы байрам В.Маяковский исемендәге скверҙа уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға