«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Электр тогы йәлләй белмәй



16.07.2013 Электр тогы йәлләй белмәй

Электр тогы йәлләй белмәй Ошо көндәрҙә Күмертауҙа малайҙар электр подстанцияһында һәләк була яҙған. Электр селтәрҙәренең диспетчер хеҙмәтенә подстанцияла урынлашҡан трансформатор һаҡлау системаһынан һүндерелгән тигән хәбәр килә. Ваҡиға урынына авария – тергеҙеү бригадаһы ебәрелә.
Эшселәр күренеү менән 12-14 йәшлек бер нисә малай ҡасып китә. Шуныһы асыҡлана – улар ут яғып, унда элемтә линияһы кабелен яндырған һәм баҡыр сымды подстанция ҡоймаһы аша юғары вольтлы ҡоролмаларға ташлаған. Шуға күрә лә трансформатор һүндерелгән, өҫтәүенә электр тогы бүлеү ҡоролмаларының изоляторҙары боҙолған.
Белгестәр әйтеүенсә, электр сымдарына сит әйберҙәр ташлау, тапшырыу терәүҙәренә (ЛЭП) менеү, эш режимында булған юғары вольтлы аппаратураға яҡын барыу ҡәтғи тыйыла. 2009 йылда Хәйбулла районындағы Сәғит ауылында ата-әсәһенең күҙе алдында трансформатор аҫтына ингән баланы электр тогы һуғып үлтерә.
Балыҡсыларҙы электр тогы һуғыу осраҡтары йыш теркәлә. Күңелһеҙ хәлдәр ҡармаҡ һелтәгәндә яр буйынан үткән электр тапшырыу линияһы сымдарына осраҡлы рәүештә эләгеүҙән барлыҡҡа килә. Ни өсөн тигәндә заманса телескопик ҡармаҡтар карбондан, углепластиктан яһала. Бындай материал ныҡ, һыныуға бирешмәһә лә, ләкин токты яҡшы үткәрә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға