«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урман янғындары буйынса оператив мәғлүмәт



16.07.2013 Урман янғындары буйынса оператив мәғлүмәт

Урман янғындары буйынса оператив мәғлүмәт Янғын миҙгеле башланғандан алып республиканың урман фондында 17 ут сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙың икәүһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, бишәүһе — йәшендән сыҡҡан. Ҡалған 10 янғындың сәбәптәре әле асыҡлана.
Ут сығыу осраҡтары Әүжән, Бөрйән, Дүртөйлө һәм Туймазы урмансылыҡтарында теркәлгән. Баймак районында ла урман янғыны осрағы булған.
Әлеге көндә бөтә янғындар ҙа һүндерелгән. Уттан зыян күргән майҙандың күләме яҡынса 50 гектар тәшкил итә. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында урмандарға даими рәүештә рейдтар яһала, һауанан күҙәтеү ойошторолған. Кисә генә 900-гә яҡын кеше патрулдә ҡатнашҡан.
Урмандарҙы самолет менән күҙәтеүгә килгәндә, йәй башынан алып 12 осоу яһалған.
БР Урман хужалығы министрлығынын диспетчер хеҙмәте пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ут сығыу осраҡтары буйынса 8-347-262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 һандары буйынса шылтыратып әйтергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға