«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Күк йөҙөнән Башҡортостан күренештәре»



15.07.2013 «Күк йөҙөнән Башҡортостан күренештәре»

«Күк йөҙөнән Башҡортостан күренештәре» Тиҙҙән республикала «Күк йөҙөнән Башҡортостан күренештәре» исемле фотоальбом донъя күрәсәк. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте тарафынан был проекты әҙерләү һәм нәшер итеү буйынса ойоштороу комитетын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Тулыһынса төҫлө художестволы альбом биттәрендә республиканың билдәре урындары һәм Көньяҡ Уралдың геология ҡомартҡылары фотоһүрәттәре урын аласаҡ. Альбом Зәйнәб Бейешева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға