«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Һауа шарҙары фестивале»нә килегеҙ!



12.07.2013 «Һауа шарҙары фестивале»нә килегеҙ!

«Һауа шарҙары фестивале»нә килегеҙ! Иртәгә баш ҡаланың И.Якутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында «Һауа шарҙары фестивале» исемле ғаилә байрамы үтәсәк. Тамашасылар иғтибарына фокустар, төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибәләр, күп итеп һауа шарҙары осороу, конкурстар, һауа шарҙарынан төрлө фигуралар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Балалар өсөн аквагрим оҫталары эшләйәсәк. Әйтергә кәрәк, шарҙар фестивалдә бушлай таратыласаҡ.
Байрам аҙағында ял итеүселә эсенә теләк яҙылған ҡағыҙ менән шарҙар осора аласаҡ.
Ғаилә байрамы төштән һуң, сәғәт 2-лә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға