«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Язаға тарттырыусы күҙ»ҙәр Өфө юл хәрәкәтен тәртипкә килтерәсәк



12.07.2013 «Язаға тарттырыусы күҙ»ҙәр Өфө юл хәрәкәтен тәртипкә килтерәсәк

«Язаға тарттырыусы күҙ»ҙәр Өфө юл хәрәкәтен тәртипкә  килтерәсәк Өфө юлдарында яңы быуын видеокамералар урынлаштырыу башланды. Бер айҙа баш ҡалала сафҡа индереләсәк утыҙҙан ашыу стационар видеотеркәү ҡорамалдары водителдәрҙе тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк. Улар тиҙлек арттырыуҙы ғына теркәп ҡалмай, шулай уҡ автомобилдәрҙең ҡаршы юл һыҙатына сығыуын, туҡтау ҡағиҙәләрен үтәмәү кеүек юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы ла күреп өлгөрә.
Тәүге яңы комплекс Ҡала советы янында урынлаштырылған. Ул бер нисә ай буйы туҡтауһыҙ эшләй һәм тәүлек әйләнәһенә 800 меңгә тиклем автомобилде күҙәтә ала. Бындай системалар Мәскәүҙә лә бар һәм улар «язаға тарттырыусы күҙ» тигән ҡушамат алып өлгөргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға