«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нәшриәттең сираттағы ҡаҙанышы



12.07.2013 Нәшриәттең сираттағы ҡаҙанышы

Нәшриәттең сираттағы ҡаҙанышы «Йылдың иң яҡшы китаптары - 2013» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының махсус дипломдары менән бүләкләнде.
Мәскәүҙәге немец мәғлүмәт китап үҙәге менән Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы беҙҙең нәшриәткә немец, рус, башҡорт телдәрендә ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың «Перәник йорт» тип исемләнгән әкиәттәр китабын сығарғаны өсөн бүләк тапшырҙы. «Урал мосолмандары көйҙәре һәм йырҙары» китабы иһә Көнсығыш дәүләт музейы бүләгенә лайыҡ булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға