«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк



11.07.2013 «Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк

«Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк «Сид һәм Нэнси», «Урманға», «Күпме», «Өс юл» - ошондай үҙенсәлекле йырҙары менән Рәсәй рок-музыкаһында лайыҡлы урында торған «LUMEN» төркөмө быйыл февраль айында үҙенең 15 йыллығын билдәләне.
Төркөмдөң лидеры Рөстәм «Тэм» Булатов һәм уның иптәштәре баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә тыуып үҫкән. Альтернатив рок йүнәлешендәге «LUMEN»дың йырҙары үҙенең заманаға ярашлы киҫкен социаль темаларға ҡурҡмай яҙылған текстары, энергиялы гитаралы драйвы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шуныһы ҡыҙыҡ – төркөмдөң исеме латинсанан «яҡтылыҡ» тигәнде аңлата һәм «LUMEN» ижадын һөйөүселәр үҙҙәрен «лампочкалар» тип атай.
Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «LUMEN - Өфөлә барлыҡҡа килгән рок-музыка» исеме аҫтында библиографик күрһәтмә-дайджест сығарҙы. Ул ике өлөштән тора. Беренсе өлөш «Төркөмдөң тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында» тип атала һәм үҙенә «Журнал-гәзиттәрҙән мәҡәләләр», «Интернет ресурстарынан мәҡәләләр» бүлектәрен индерә һәм унда матбуғатта һәм виртуаль донъяла сыҡҡан иң ҡыҙыҡлы һәм актуаль мәғлүмәт тупланған.
Дайджесттың икенсе өлөшө «Төркөмдөң ижады» тип исемләнгән. Ул өс өлөштән - «Шиғырҙар», «Музыкаль альбомдар», «Видеоклиптар»ҙан тора һәм унда төркөмдөң ижады тулы кимәлдә күрһәтелгән.
Был электрон библиографик күрһәтмә-дайджест гипертекстлы документ һанала һәм унда бер өлөштән икенсеһенә гиперһылтанмалар аша күсергә һәм интернетта эҙләүгә мөмкинлек бирә. Яңы проект рок-музыка һөйөүселәргә, заманса шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға оло бүләк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға