«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт милли кейемдәре Ҡытайҙы яулай



11.07.2013 Башҡорт милли кейемдәре Ҡытайҙы яулай

Башҡорт милли кейемдәре Ҡытайҙы яулай 1 июлдән 15 июлгәсә Ҡытайҙа «Азия супермоделе - 2013» VII Халыҡ-ара телевизион конкурсы (VIII International Asian Super Model Contest - 2013) үткәрелә. Унда Австралия, Һиндостан, Корея, Яңы Зеландия, Таиланд, Австралия, Монголия, Вьетнам, Ҡытай һылыуҙары ҡатнаша. Рәсәй командаһында Башҡортостандан да ҡыҙҙар бар. Улар – Линара Таһированың «Һылыуҡай - Bashkirian Beauty» студияһы тәрбиәләнеүселәре Эмма Фәхрисламова менән Ләйсән Мостафина.
Конкурс шарттарына ярашлы, ҡыҙҙар инглиз телендә яҡшы һөйләшергә, йөҙә белергә һәм кәүҙәләрҙә модель үлсәменә тура килергә тейеш. Улар шулай уҡ үҙҙәренең халҡы мәҙәниәтен күрһәтергә бурыслы.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең ҡыҙҙар унда лайыҡлы сығыш яһай. Улар кейгән халҡыбыҙҙың милли костюмдары ойоштороусылар һәм тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға