«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡолонло бейәне урлаған ир алыҫ китеп өлгөрмәй



10.07.2013 Ҡолонло бейәне урлаған ир алыҫ китеп өлгөрмәй

Ҡолонло бейәне урлаған ир алыҫ китеп өлгөрмәй Дүшәмбе көндө киске сәғәт 10 тирәһендә Стәрлебаш районы полицияһына 67 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм үҙенең ҡолонло бейәһе юғалыуы тураһында белдерә. Ул иртә менән йылҡыларын арҡанлап тимер ҡаҙыҡҡа бәйләгән, ә кискеһен уларҙы ҡураға алып ҡайтырға тип килеүенә малдар урынында булмаған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар шунда уҡ эш башлай. Шаһиттар асыҡлана, уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, билдәһеҙ ир аҡ төҫлө ҡолонло бейәне йүгәнләп алып китеп барған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың киткән юлын асыҡлай һәм арттарынан сыға.
Йылҡыларҙы алып китеп барған ирҙе Николаевка ауылы янында ҡыуып етәләр. Ул тәүҙә, бейәне һәм ҡолондо һатып алдым, тип белдерә. Ир һуңынан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылашырға маташа, хатта бысаҡ менән янай. Аҙаҡтан ат буры тыныслана һәм ғәйебен таный.
Әйтергә кәрәк, Стәрлебаш районында йәйге айҙарҙа һигеҙ тапҡыр йылҡы малын урлау осрағы теркәлгән. Уларҙың барыһы ла асыҡланған, енәйәтселәр тейешле язаһын алған.
Ҡолонло бейәне урларға маташыусы 44 йәшлек ир яңыраҡ төрмәлә кеше үлтергән өсөн ун йыл ултырып сыҡҡан. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, аттарҙы хужалыҡта файҙаланыр өсөн урлаған. Ләкин ауылдаштары белдереүенсә, ир йылҡыларҙы артабан һатып ебәрергә уйлаған.
Бейә менән ҡолон эйәһенә кире ҡайтарып бирелгән, ә ат бурына биш йылға хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға