«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сауҙа үҙәге янында велосипедты ҡурҡмай ҡалдырып буласаҡ



10.07.2013 Сауҙа үҙәге янында велосипедты ҡурҡмай ҡалдырып буласаҡ

Сауҙа үҙәге янында велосипедты ҡурҡмай ҡалдырып буласаҡ Билдәле булыуынса, баш ҡаланың сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре янында автомобиль тораҡтары бар. Тиҙҙән улар янында велосипедтар ҡуйыу урындары ла булдырыласаҡ. Өфө ҡалаһы хакимиәте сауҙа компаниялары етәкселәре ҡатнашлығында үткәргән кәңәшмәлә тап ошо мәсьәлә ҡаралды.
Йыл һайын баш ҡалала велосипедсылар һаны арта һәм шуға күрә лә ике тәгәрмәсле транспортты ҡулланыусылар өсөн тейешле инфраструктура булдырыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Киләсәктә 150 саҡрым оҙонлоғондағы велосипед юлдары төҙөләсәк, урман-парк зоналарында һәм яр буйҙарында махсус зоналар булдырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға