«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көпә-көндөҙ фатир ишеген емереүселәр ҡулға алынды



10.07.2013 Көпә-көндөҙ фатир ишеген емереүселәр ҡулға алынды

Көпә-көндөҙ фатир ишеген емереүселәр ҡулға алынды Бурҙар күршеләрҙең ишеген емерә, тиҙерәк килеп етегеҙ!
Нефтекама ҡалаһы буйынса полиция бүлегенең дежур часы ошо хәбәрҙе алғас, ваҡиға урынына тиҙ арала яуап биреү төркөмө (ГНР) йүнәлтелә. Хәбәр иткән ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәре юлда булған саҡта уларҙы бурҙарҙың нимә эшләүе тураһында иҫкәртеп тора. Ошо ярҙам арҡаһында талаусылар фатирҙан сыҡҡан саҡта туп-тура төркөм тарафынан ҡулға алына.
Енәйәтселәр 49 һәм 36 йәшлек ағайлы-ҡустылы туғандар булып сыҡҡан. Улар икеһе лә элек хөкөм ителгән, берәүһе баҡса йорттарынан урлашҡаны өсөн йәшәү урынынан ситкә китмәү тураһындағы яҙма аҫтында тотола.
Оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре шул уҡ мәлдә ирҙәр йәшәгән урында тиҙ арала тентеү ойоштора. Һөҙөмтәлә биш ноутбук, бижутерия, кәрәҙле телефондар һәм көнкүреш әйберҙәре табыла, шуның менән июнь айынан бирле ҡалала теркәлгән ете фатирҙы талау енәйәте асыҡлана.
Әлеге ваҡытта ағалы-ҡустылылар РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының өсөнсө өлөшө буйынса ғәйепләнә.
Күршеһенең фатирын таларға уйлаған граждандарҙы ҡулға алыуҙа ярҙам иткән ҡатынға Нефтекама ҡалаһы буйынса полиция бүлеге етәкселеге рәхмәт белдереү һәм ҡиммәтле бүләк тапшырыү тураһында ҡарар ҡабул иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға