«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәҙрәләр асыҡ ҡалһа…



09.07.2013 Тәҙрәләр асыҡ ҡалһа…

Тәҙрәләр асыҡ ҡалһа… Аҡса урлау ниәте менән Өфөлә йәшәүсе ике егет Киров урамындағы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирға тәҙрә аша газ торбаһы буйлап ингән. Бурҙар хужалар йоҡлаған мәлде, иртәнге ваҡытты тап килтереп, үҙҙәре менән ноутбук, 500 һум аҡсаһы һәм банк карталары булған портмонены гитара һауытына һалып, тәҙрә аша кире сығып китә. Ләкин фатир хужабикәһе уларҙы күреп ҡала һәм тиҙ генә полицияға шылтырата.
Ваҡиға урынына ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте экипажы килеп етә. Енәйәтселәр ике квартал аша, Әй һәм Революция урамдары киҫелешендә табыла. Урланған әйберҙәр улар менән бергә булған.
Бурҙарҙың 23-24 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәгән егеттәр булыуы, берәүһенең автомобиль ҡыуып алып китеү буйынса шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылғанлығы асыҡлана. Урлашыу факты буйынса уларға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға