«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СМС ебәрәйек, республика символдарын яҡлайыҡ!



08.07.2013 СМС ебәрәйек, республика символдарын яҡлайыҡ!

СМС ебәрәйек, республика символдарын яҡлайыҡ! «Рәсәй 10» интернет-тауыш биреү конкурсы икенсе этапҡа күсте. Әле унда бәйгеселәр өсөн СМС-хәбәр ебәрергә мөмкин. Сайтта тауыш йыйыу тәүлегенә өс мәртәбә генә булһа, СМС-тарҙы сикһеҙ күләмдә ебәреп була. Бер хәбәр эсендә объекттың кодын күпме яҙһағыҙ, шул сама тауыш биреләсәк. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ шихандары өсөн 1880 номерына 12 12 12 һандарын ебәрһәгеҙ, иҫәпкә өс тауыш күсеп тә ятасаҡ. СМС эсендәге код өсәүҙән артырға тейеш түгел. Бер хәбәр өсөн «МТС» - 3,39 һум, «Билайн» - 3,50 һум, ә «Мегафон» 3,39 һум аласаҡ.
Сайтта тауыш биреү тәртибе лә үҙгәрҙе. Боттарға һәм «өйрөлтөп» тауыш биреүселәргә ҡаршы тороу өсөн унда хәҙер капча – инглиз хәрефтәре һәм һандар яҙып, махсус тикшереү үтергә кәрәк.
Стәрлетамаҡ шихандарына тауыш биреү өсөн 1880 номерына 12, Салауат Юлаев һәйкәленә - 13 кодын ебәрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға