«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы ҡурайсы иҫтәлегенә



08.07.2013 Данлыҡлы ҡурайсы иҫтәлегенә

Данлыҡлы ҡурайсы иҫтәлегенә 11 - 12 июлдә Йылайырҙа башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы үткәрелә. Был ижади бәйге виртуоз ҡурайсының тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Заманында Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Афғанстан, Пакстан, Бирма, Япония һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары уның сығышын йылы ҡабул иткән.
Әйткәндәй, шәхес иҫтәлегенә арналған конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте һәм Ҡурайсылар союзы берлектә ойоштора. Унда ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаған үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, шулай уҡ ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Һәр ҡатнашыусының һәләтен республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһелдәре баһалаясаҡ.
Конкурс 12 июлдә киске сәғәт 5-тә Йылайыр ауылының мәҙәниәт һарайында гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Ҡатнашырға теләүселәр 8 (347) 289-66-47 телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итә ала







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға