«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғилми ротала хеҙмәт итеүгә беренсе призывник ебәрелде



05.07.2013 Ғилми ротала хеҙмәт итеүгә беренсе призывник ебәрелде

Ғилми ротала хеҙмәт итеүгә беренсе призывник ебәрелде БР Хәрби комиссариатының йыйылыу пунктында призывниктарҙың сираттағы төркөмө хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Улар араһында Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең яңы подразделениеһы – ғилми ротала хеҙмәт итәсәк һалдат та бар. Өфө дәүләт авиация-техник университеты сығарылыусыһы Воронеж ҡалаһындағы «Профессор Н. Жуковский һәм Ю. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы» хәрби-һауа көстәренең хәрби уҡыу-ғилми үҙәге ғилми ротаһына ебәреләсәк.
Яңыса хеҙмәт итәсәк һалдаттар ғилми-тикшеренеү эшенә үҙ көстәрен һаласаҡ. Шуға күрә лә унда эләгеү өсөн студенттарға үҙҙәре белем алған юғары уҡыу йорттарында ғилми эшмәкәрлек алып барырға, конкурстарҙа, гранттарҙа, конференцияларҙа ҡатнашырға, үҙҙәренең профилле дисциплиналарынан уртаса балы 4,7-нән кәм булмаҫҡа тейеш. Һәр һалдатҡа ғилми етәксе лә беркетеләсәк. Воронеж хәрби-һауа академияһында ғилми ротала хеҙмәт итеүселәр график буйынса аҙнаның бер көнөндә хәрби әҙерлеккә, дөйөм хәрби уставтары өйрәнеүгә, ҡалған дүрт көндә ғилми эшмәкәрлеккә йүнәлтеләсәк.
Әйтергә кәрәк, яҙғы призыв мәлендә Башҡортсотандан РФ Ҡораллы көстәренә дүрт меңдән ашыу һалдат оҙатылған. Һуңғы оҙатыу 11 июлдә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға