«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Бәйләнештә» аша башҡортса радио тыңлап буласаҡ



05.07.2013 «Бәйләнештә» аша башҡортса радио тыңлап буласаҡ

«Бәйләнештә» аша башҡортса радио тыңлап буласаҡ Билдәле булыуынса, «Бәйләнештә» социаль селтәре аралашыу, ваҡыт уҙғарыу яғынан Рәсәйҙә иң популяр интернет проекты булып тора. Хәҙер унда теркәлмәгән һәм аралашмаған кешене табыуы һирәк. Селтәрҙә башҡортса төркөмдәрҙең һәм берләшмәләрҙең барлыҡҡа килеүе, уларҙа халлҡыбыҙҙың йырҙары, әйтемдәре, төрлө ижад өлгөләрен табып була. Әлеге ваҡытта бер төркөм энтузиаст «Бәйләнештә»нең интерфейсын башҡортсаға әйләндереү буйынса эшләй һәм был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
Күптән түгел селтәрҙә «Башҡортса радио» тигән ҡушымта барлыҡҡа килде. Проект әлегә эшләнеү барышында, тиҙҙән уның аша республикабыҙҙа эшләгән «Ашҡаҙар», «Юлдаш» һәм «Спутник FM» радиостанцияларын тыңларға мөмкин буласаҡ. Ул https://vk.com/app3730954_7356727?ref=9 һылтанмаһы буйынса урынлашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға