«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Google» автомобиле Өфө урамдарын фотоға төшөрәсәк



05.07.2013 «Google» автомобиле Өфө урамдарын фотоға төшөрәсәк

«Google» автомобиле Өфө урамдарын фотоға төшөрәсәк Интернеттағы «Google» эҙләү системаһын белмәгән кеше юҡтыр. Был компания алып барған проекттар араһында иң ҡыҙыҡлылары рәтендә ер йөҙөн йыһандан ҡарарға мөмкинлек биргән «Google Ер планетаһы», кеше йәшәгән урындарҙың панорамаһын күрһәткән глобаль картография сервистары бар. Виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек биргән панорамалы фотоларҙы төшөрөүгә махсус автомобиль йәлеп ителә. Әйткәндәй, Google» Өфө урамдарында бындай эште былтыр ҙа башҡарылғайны. Ошо арала баш ҡала урамдары панорамаһын тағы ла төшөрөләсәк.
Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары буйлап та виртуаль сәйәхәт итергә мөмкинлек бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға