«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»



03.07.2013 «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» 1 июлдән республикала ошо исем аҫтында хәйриә акцияһы башланды. Уны БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өсөнсө йыл рәттән ойоштора.
Акцияның маҡсаты – инвалид балаларға, етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү. Граждандар һәм предприятие-ойошмалар канцелярия тауарҙары, балалар ижады йыйылмалары, портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тапшыра ала. Бының өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү социаль үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Акция 31 августа тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға