«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркоман бурҙар ҡулға алынды



03.07.2013 Наркоман бурҙар ҡулға алынды

Наркоман бурҙар ҡулға алынды Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Дим районы ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең дежур пультына урлашыу тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына барып еткән полиция хеҙмәткәрҙәренә магазин һатыусылары ике билдәһеҙ егеттең йәмғеһе 1367 һумлыҡ балалар аяҡ кейемен урлауы хаҡында белдерә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бурҙарҙың билдәләрен һәм уларҙың ҡайҙа ҡасҡанын асыҡлап, урындағы баҙарға йүнәлә һәм унда ике егеткә тап була. Билдәләр буйынса тап килгән был икәүҙән полиция хеҙмәткәрҙәре өр-яңы балалар аяҡ кейемен табып ала. Магазин һатыусылары ла тап ошо егеттәрҙең урлашыуын белдерә.
Полиция участогында был ике дуҫтың - Өфө ҡалаһында йәшәүсе 35 һәм 40 йәшлек ирҙәрҙең стажлы наркоман булыуы асыҡлана. Сираттағы «ломка»лары мәлендә улар балалар аяҡ кейемдәрен урлап һатырға һәм шул аҡсаға наркотик һатып алмаҡсы була.
Әлеге ваҡытта бурҙар «Урлашыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға