«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ бул – автомобиль! Йәки ике дуҫтың мажаралары



03.07.2013 Һаҡ бул – автомобиль! Йәки ике дуҫтың мажаралары

Һаҡ бул – автомобиль! Йәки ике дуҫтың мажаралары Белорет ҡалаһында йәшәүсе ир иртә менән юлға сығырға әҙерләнгән. Бар кәрәк-ярағын туплап, урамда ултырған автомобилен ҡабыҙып, сәфәргә сығайым тиһә, хужа үҙенең дүрт тәгәрмәсле «дуҫы» юҡлығын асыҡлай. Аптыранған ир полицияға мөрәжәғәт итә.
Автомобилде ҡыуып алып китеү факты тураһында полиция бүлегенең бар хеҙмәткәрҙәренә еткерелә һәм «Перехват» операцияһы иғлан ителә. Бер аҙҙан автобурҙар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
Был енәйәт ғәҙәттәгесә эскелектән башланған. Ике егет осрашыу хөрмәтенә табын ҡора һәм ҡара төнгә тиклем һыйлана. Артабан улар иҫерек көйөнсә урамға сыға һәм Киров урамындағы бер йорт янында ишектәре бикләнмәгән 6-сы модель «Жигули»ҙы күреп ҡала. Егеттәр күп уйлап тормай, автомобилде ҡабыҙып, уның менән төнгө ҡала буйлап сәйәхәткә сыға. Иртәнсәк улар машинаны мәктәп эргәһендә ҡалдыра һәм үҙҙәре ял итергә китә.
Егеттәрҙең мажаралары бының менән тамамланмай. Төшкә ҡарай уянғас, улар автомобилдең хәлен тикшерә. Урланған транспорт сараһының урынында ултырыуын күргәс, ике дуҫ уның менән Тирлән ауылына сығып китә.
Егеттәр көнө буйы урамдар буйлап йөрөй, бер ыңғайы спиртлы эсемлектәр менән һыйлана. Кискеһен улар кире Белоретҡа юллана. Тик көн-төн йөрөгән автомобилдең яғыулығы бөтә. Шулай ҙа автобурҙар юғалып ҡалмай, «Жигули»ҙың багажнигында ятҡан запчастарҙы һәм эш ҡоралдарын бер автосервисҡа һатып аҡса эшләй.
Егеттәр артабан ҡыҙҙар менән танышып, уларҙы ла үҙҙәре менән алып, кәйеф-сафа ҡорорға «Русь» кафеһына йүнәлә. Ләкин уларға күңел асырға юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Радик Ғимранов менән Рәфис Усманов ҡамасаулай.
- Беҙ патрулдә йөрөгәндә, автомобиль ҡыуып китеү тураһындағы хәбәрҙе рация аша әйттеләр. «Русь» кафеһы янынан үтеп барғанда, ҡыуаҡтар араһында «мурена» төҫөндәге «ВАЗ-2106»ны һәм уның номер билдәһен ысҡындырып тороусы билдәһеҙ ирҙе күреп ҡалдыҡ һәм был хәлде тикшерергә булдыҡ, - тип белдөрҙе Радик Ғимранов.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен күргәс, егеттәр ҡаса. Ләкин уларҙы инспекторҙар ҡулға ала.
Бер аҙҙан автомобиль бурҙарының бындай енәйәтте беренсе тапҡыр ҡылмауҙары асыҡлана. Силәбе урамында торған «ВАЗ-2109»ҙы урлап китеп, улар Миндәк ауылына сығып китә. Таныштарының йорттарына яҡынлашып килгәндә, ике дуҫ ҡапҡа алдында «ВАЗ-21099» автомобилен күреп ҡала. Егеттәрҙең берәүһе уға күсеп ултыра. Ләкин был юлда был машинаның двигателе һүнә. Бурҙар уны ташлай һәм Белоретҡа тәүҙә ҡыуып киткән «ВАЗ-2109» менән ҡайта.
Әлеге ваҡытта егеттәр өс автомобилде ҡыуып китеү буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға