«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле әҙибәгә бюст ҡуйыласаҡ



02.07.2013 Билдәле әҙибәгә бюст ҡуйыласаҡ

Билдәле әҙибәгә бюст ҡуйыласаҡ Баш ҡалала билдәле халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишева хөрмәтенә бюст ҡуйыласаҡ. Был мемориаль ҡоролма Октябрь проспектындағы 2-се һәм 4-се йорттар янында урынлаштырыласаҡ. Әле ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре бюст проектын әҙерләү өсөн заявка биргән. Уның бейеклеге 2 метр 80 сантиметр буласаҡ һәм 144 квадрат метр майҙанда урынлаштырыласаҡ. Бюст бронзанан ҡойоласаҡ, уға илткән баҫҡыстар, пандустар һоро граниттан эшләнәсәк. Мемориал янында торшер тибындағы ике суйын фонарь ҙа ҡуйыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға