«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙашҡан малайҙы табыуҙа полиция ярҙам итә



02.07.2013 Аҙашҡан малайҙы табыуҙа полиция ярҙам итә

Аҙашҡан малайҙы табыуҙа полиция ярҙам итә Кисә көндөҙгө сәғәт 4-әр тирәһендә Бәләбәй районы буйынса полиция бүлегенең дежур часына район үҙәгенән өс саҡрым алыҫлыҡта, Подлесная ауылы янындағы урманда бала юғалыуы тураһында билдәле була.
Өс йәшлек малайҙы ата-әсәһе ҡартатаһы һәм ҡартәсәһенә ҡалдырған була. Улары, үҙ сиратында, ейәндәрен алып урманға киткән һәм унда малайҙы урман ситендә, автомобилдәре янында ҡалдыра. Кире ҡайтыуҙарына ейәндәре юғала.
Әбей менән бабай малайҙы башта үҙҙәре эҙләп ҡарай. Ләкин табалмайҙар, өҫтәүенә, үҙҙәре менән кәрәҙле телефон да алмағандар. Аптырауҙан, малайҙың ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе юлға сыға һәм беренсе осраған машинаны туҡтатып, бала юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итеүҙәрен һорай.
Ваҡиға урынына алтмышҡа яҡын полиция хеҙмәткәре юллана. Улар сылбыр рәүешендә теҙелеп урманды тикшерә. Малайҙы эҙләүселәргә ярҙамға махсус биш төркөм дә булдырыла.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Күп тә үтмәй, малай юғалған урындан саҡрым ярым алыҫлыҡта полиция хеҙмәткәрҙәре бала менән бергә барған ирҙе күреп ҡала. Ул малайҙы яланда бер үҙен күреүен һәм уның ата-әсәһен эҙләргә барыуын белдерә.
Әйтергә кәрәк, был малай аҙаштым тип ҡурҡырға ла өлгөрмәгән була. Йөрөп киләйем, тип ул автомобиль эргәһенән алыҫлашҡан һәм бер һуҡмаҡтан икенсеһенә китеп аҙашҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә ҡартатаһы һәм ҡартәсәһенә ейәндәре иҫән-һау кире ҡайтарылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға