«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вертолет Өфөнө киноға төшөрә



02.07.2013 Вертолет Өфөнө киноға төшөрә

Вертолет Өфөнө киноға төшөрә Баш ҡалабыҙҙы тиҙҙән ҡоштар осҡан бейеклектә төшөрөлгән фильмда ҡарарға мөмкин буласаҡ. «Өфө өҫтөнән» исемле проектта тирә-яҡ күренештәрен алыу радио менән идара ителгән вертолет ярҙамында башҡарыла. Ойоштороусылар - «Флайкам» студияһынан белдереүҙәренсә, бындай кимәлдәге профессиональ видеояҙмалар яҙҙырыу авиаҡоролмаһы менән «National Geographic», «BBC», «NASA» һымаҡ компаниялар ҙа ҡуллана.
«Өфө өҫтөнән» фильмын төшөрөү июль айында тамамланасаҡ. Уның оҙонлоғо өс-дүрт минут буласаҡ. Әлеге ваҡытта биш кешенән торған фильм командаһы көн дә, ҡояш ҡамасауламаған мәлдә, иртәнсәк һәм кискеһен ике сәғәт видео яҙҙырыу менән мәшғүл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға