«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли геройыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 290 йыл тулыуҙы билдәләнеләр



02.07.2013 Милли геройыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 290 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

Милли геройыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 290 йыл тулыуҙы билдәләнеләр Төп саралар Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ҡасабаһында һәм батыр нигеҙ һалған Кинйәабыҙ ауылында үтте. Әйтергә кәрәк, район үҙәгендә Кинйә Арыҫлановҡа һәйкәл ҡуйылған.
Был көндө Көйөргәҙелә яҡташтары батырын байрам менән хөрмәтләне. Тантанаға Күмертау, Салауат ҡалаларынан, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарынан килгән ҡурайсылар йәм өҫтәне.
Кинйәабыҙ ауылында ҡунаҡтар арҙаҡлы шәхесебеҙгә арналған музей менән танышты, ә Крәҫтиәндәр һуғышын сәхнәләштереү тамаша ҡылыусылар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға