«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Һин яңғыҙың түгел!»



01.07.2013 «Һин яңғыҙың түгел!»

«Һин яңғыҙың түгел!» Ошо исем аҫтында Рәсәй почтаһының Башҡортостан бүлеге оло йәштәгеләргә ярҙам итеү йәһәтенән акция иғлан итте. Уға ярашлы, һәр теләгән кеше өс ай эсендә, 1 октяргә тиклем республиканың почта бүлексәләренә килеп, ҡарттар йортонда йәшәгән оло йәштәгеләргә арналған адресһыҙ хат йәки открытка ебәрә ала. Изге хәбәрҙе бүлексәләге операторға тапшырырға йәки айырым йәшниккә һалырға кәрәк. Шулай уҡ оло йәштәгеләргә ярҙам йәһәтенән аҡса күсерергә, гәзит-журналдарға яҙылырға һәм посылка ебәрергә лә мөмкин буласаҡ.
«Һин яңғыҙың түгел!» акцияһы былтыр иң яҡшы социаль проекттар исемлегенә инде. 2012 йылда Рәсәй почтаһының Башҡортостан бүлеге тарафынан ике меңгә яҡын хат, открытка һәм бүләктәр менән посылка тейешле адресаттарға тапшырылды. Акцияла, ололар менән бер рәттән балалар, төрлө йәмәғәт ойошмаларының волонтерҙары ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға