«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы тамамланды



01.07.2013 «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы тамамланды

 «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы тамамланды Йәш сәсәндәрҙең ижади ярышы Баймаҡ районыныдағы Талҡаҫ күле буйында, «Орленок» балалар һауыҡтырыу үҙәгендә үтте. Ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү, сәсәндәрҙең оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының сәнғәтен һаҡлау кеүек маҡсаттар ҡуйған конкурста быйыл 262 уҡыусы, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 60 команда, шулай уҡ Һамар өлкәһенән Элина Хәйбуллина ҡатнашты.
Һәр команда жюри ағзаларын визит карточкаһы менән таныштырҙы, викторинала ҡатнашты, эпосты яттан һөйләне, шулай уҡ өҙөктәр сәхнәләштерҙе.
Сәсәндәр бәйгеһендә гран-приға Ишембайҙан Ислам Төхвәтуллин лайыҡ булды. Командалар араһында беренсе урынға Баймаҡ районы сыҡты, ә «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү буйынса әбйәлилдәргә етеүсе булманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға