«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Себер кешеһе Өфө киоскыһын талаған



27.06.2013 Себер кешеһе Өфө киоскыһын талаған

Себер кешеһе Өфө киоскыһын талаған Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүсе 24 йәшлек ир иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә Өфөнөң Совет районында урынлашҡан киоскыны талаған. Енәйәтсе һатыусыға бысаҡ менән янап, 6 мең һум аҡсаны урлай.
Һатыусы шунда уҡ полицияға шылтырата. Енәйәт урынына ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте экипажы йүнәлтелә. Улар тиҙ арала килеп етеп, талаусының билдәләрен алып, уны эҙләй башлай. Махсус операция иғлан ителә, күп тә үтмәй талаусы ир ҡулға алына. Енәйәтте ул Себергә тиклем билет алырға аҡсаһы булмағаны өсөн ҡылған. Егет, өҫтәүенә, киоскыны талап, аҡса эшләргә мөмкин, тип таныштарының һүҙен тыңлай.
Эскән көйө ҡылынған енәйәте өсөн ЯНАО төбәге кешеһе РФ Енәйәт кодексының «Талау» статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға