«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Картағыҙҙағы аҡсаны бурҙарға үҙегеҙ тоттормағыҙ



27.06.2013 Картағыҙҙағы аҡсаны бурҙарға үҙегеҙ тоттормағыҙ

Картағыҙҙағы аҡсаны бурҙарға үҙегеҙ тоттормағыҙ Халыҡ араһында банк һәм кредит карталары, интернетҡа тоташҡан компьютерҙар, кәрәҙле телефондар һымаҡ техника таралған һайын бурҙар һәм мутлашыусылар ҙа үҙҙҙәренең ҡара эш алымдарын яңырта. Әлегә тиклем аферистар арсеналында булған «Әсәй, мин бәләгә ҡалдым, ҙур суммала аҡса һал, аҙаҡтан барыһын да аңлатырмын» тигән СМС-хәбәрҙәргә барыһы ла күнегеп бөттө. Шулай ҙа был алдаҡҡа ышанып, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусылар осрап тора.
Әлеге ваҡытта мутлашыусылар банк карталары менән эш итә. Яңыраҡ, Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе кешегә, һеҙ коляска һатағыҙмы, тигән һорау менән шылтыраталар. Был иғлан интернет аша бирелгән була һәм енәйәтсе колясканы һатып алыуын белдереп, һатыусынан банк картаһының номерын һорай.
Шуныһы мәғлүм – банк аша аҡса пластик картаның 16 һанлы номерына түгел, ә банк реквизиттары менән бергә 20 һанлы иҫәпкә күсеүен күптәр белмәй. Картаның артында яҙылған өс урынлы һанлы ла берәүгә күрһәтергә ярамай. Ләкин һатыусы бөтә һандарҙы ла мутлашыусыға әйтә. Бер аҙ ваҡыттан бур картала булған бөтә аҡсаны ла үҙенә күсерә.
Әгәр ҙә сауҙа эштәрендә карта ҡулланылһа, иң яҡшыһы – дебет картаһы булдырыу һәм унда ҙур суммала аҡса тотмау. Банкоматтарға енәйәтселәр карта реквизиттарын урлап «уҡыған» скиммерҙар ҡуйыу хәүефен дә оноторға ярамай. Иң мөһиме – иғтибарлы булырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға