«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сираттағы «Субботка-Переработка»



27.06.2013 Сираттағы «Субботка-Переработка»

Сираттағы «Субботка-Переработка» «ЭКА» хәрәкәтенең һәм «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының сираттағы экология акцияһы 29 июндә уҙасаҡ. Был көндө тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға битараф булмағандар икенсел эшкәртелеүгә макулатура, полиэтилен, пластик һәм алюминий алып килеп тапшыра ала. Бынан тыш, сафтан сыҡҡан терегөмөшлө лампалар һәм градусниктар ҡабул ителәсәк.
Акция иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ һәм төшкө сәғәт 1-гә тиклем дауам итәсәк.
Ҡалдыҡтарҙы Республика балалар экология – биология үҙәгенә (адресы - Өфө ҡалаһы, Октябҙең 50 йыллығы урамы, 14/1) йәки «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһына (С.Кувыкин урамы, 102) алып килергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға