«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Шыршылар - 3» комедияһы Өфөлә төшөрөләсәк



27.06.2013 «Шыршылар - 3» комедияһы Өфөлә төшөрөләсәк

«Шыршылар - 3» комедияһы Өфөлә төшөрөләсәк Билдәле режиссер Тимур Бикмәмбетов һәм «Bazelevs» кинокомпанияһы «Шыршылар» исемле Яңы йыл комедияһының һуңғы, өсөнсө өлөшөн төшөрөүҙе дауам итә. Уның сценарийы алдағы ике өлөштөкөнә ҡарағанда ҡырҡа айырыла. Тамашасыларға Яңы йыл төнөндә донъяның төрлө төбәктәрендә - Нью-Йоркта, Лондонда, Беринг боғаҙындағы Ратманов утрауында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Һамар, Екатеринбург, Новосибирск һәм Өфөлә булған мөғжизәле, йөрәктәргә үтеп инмәле тарихлы картина күрһәтеләсәк.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Шыршылар - 3» комедияһының бер өлөшөн һәм финалын төшөрөүҙә Константин Хабенскийҙың ижади үҫтереү студиялары тәрбиәләнеүселәре –илебеҙҙең һигеҙ ҡалаһынан йыйылған 500 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Фильм төшөрөүселәр бөгөн, киске сәғәт 10-сы яртыла «Башҡортостан» сауҙа үҙәге янындағы майҙанда Яңы йыл төнөн булдырасаҡтар. Йәй уртаһында ҡыш яһау өсөн байрамса биҙәлгән шыршы, ҡар көрттәре, фейерверктар ҡулланыласаҡ.
Баш ҡала халҡы ижади төркөмдөң эшен махсус тамаша зонаһынан күҙәтә аласаҡ. Уларға концерт күрһәтеләсәк, аҙаҡтан фейерверк атыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға