«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө - Инйәр» ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрҙе



27.06.2013 «Өфө - Инйәр» ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрҙе

«Өфө - Инйәр» ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрҙе «Өфө - Инйәр» һәм «Инйәр - Өфө» маршрутындағы ҡала яны электр поездарының йөрөү графигы дүрт көнгә үҙгәрәсәк. Улар Рәтау станцияһына тиклем генә барасаҡ.
Был иһә Төлмәй – Йөйәк араһындағы тимер юлында ремонт үткәрелеүгә бәйле. Шуға күрә лә 1, 2, 5 һәм 6 июлдә №6851/6852 «Өфө - Инйәр» һәм №6871/6872 «Инйәр - Өфө» поездары Рәтау – Инйәр һәм Инйәр – Рәтау араһында йөрөмәйсәк.
«Өфө - Инйәр» поезы иртәнге сәғәт 9-сы 16 минутта ҡуҙғала, Рәтауға сәғәт 11 тула 14 минуттан барып етә. «Инйәр - Өфө» маршруты поезы Рәтауҙан иртәнге сәғәт 11 тула 11 минуттан ҡуҙғала, Өфөгә төшкө сәғәт икенсе 20 минутта барып етә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға