«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобиль номерҙарының кодтары «702»-кә әйләнәсәк



27.06.2013 Автомобиль номерҙарының кодтары «702»-кә әйләнәсәк

Автомобиль номерҙарының кодтары «702»-кә әйләнәсәк Көндән-көн республикабыҙҙың юлдарында автомобилдәр һаны арта. Ошо сәбәпле, автотранспортты рәсми теркәү органдарында ғәмәлдә булған номер билдәләре бөтөүгә бара. Был проблеманы хәл итеү юлын эҙләп, Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре номер билдәләре «банкыһы»н киңәйтергә уйлай. Был осраҡта ГОСТ стандарттары үҙгәртеләсәк һәм номер билдәләрендә өҫтәмә тамғалар барлыҡҡа киләсәк. «2» һаны төбәк индексы урынына һыймай, шуға күрә лә «7» һаны ҡулланыласаҡ.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостанда төбәктең яңы автомобиль номеры - «702» барлыҡҡа киләсәк. Әле был проектҡа бойороҡ regulation.gov.ru рәсми сайтына ҡуйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға