«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Банка эсендәге аҡса мутлашыусылар табышына әйләнә



25.06.2013 Банка эсендәге аҡса мутлашыусылар табышына әйләнә

Банка эсендәге аҡса мутлашыусылар табышына әйләнә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән хаҡлы ялдағы ир менән ҡатын үҙҙәренең аҡсаһын банкта һаҡламауҙары арҡаһында оло бәләгә тарыған. Улар оҙаҡ йылдар буйы «ҡара көн»гә тигән аҡсаны фатирҙарының кухняһындағы тәҙрә төбөндәге шкафта - «Хрущев һыуытҡысы»нда, быяла банка эсенә туплаған. Тик ошо көндәрҙә күптән уйланылған схемаға ярашлы эш иткән мутлашыусылар был ғаиләнең «ҡәҙерле» банкаһын урлай.
Был көндө әбей бабайын баҙарға ебәрә һәм өйҙә бер үҙе ҡала. Бер аҙҙан ишек шаҡып, фатирға үҙҙәрен коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан ике ир килеп инә. Улар, йәнәһе лә газ иҫәпләгесен тикшереп, кухняға үтә. Бер аҙҙар ирҙәр әбейҙән документтарын һорай һәм ғариза яҙырға кәрәклеген белдерә.
Хужабикә икенсе бүлмәгә инеп кире килһә, ирҙәр, эшебеҙ бар, тип ашығып сығып китә. Әбей уларҙы аптырап оҙатып, кухняға кире үтһә, тәҙрә төбөндәге шкафта буш банканы күреп ҡала. Мутлашыусылар бар сумманы – 200 мең һумдан ашыу аҡсаны урлаған була.
Шуныһы асыҡлана – енәйәтселәр килер алдынан, хужабикә шкафты асып, ҡайнатма алып торған була. Ирҙәр банканы күреп ҡала һәм әбейҙе, йәнәһе лә, документтар кәрәк тип күрше бүлмәгә сығарып, аҡсаны урлай.
Әлеге ваҡытта енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙы эҙләй. Бындай күңелһеҙ ваҡиғалар башҡа ҡабатланмаһын өсөн аҡсаны күренгән урынға һалмаҫҡа, фатирға теләһә кемде индермәҫкә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға