«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәмәкесе талаусылар үҙ язаһын аласаҡ



25.06.2013 Тәмәкесе талаусылар үҙ язаһын аласаҡ

Тәмәкесе талаусылар үҙ язаһын аласаҡ Илеш районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре март айында Ҡужбаҡты ауылында аҙыҡ-түлек магазинын талаусыларҙы ҡулға алды.
Был енәйәтте ҡылған саҡта, талаусылар битлек кейгән була. Улар 33 йәшлек һатыусы ҡатынды туҡмай һәм кассанан 2 мең һум аҡсаны алып ҡаса. Һатыусы шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
Әйтергә кәрәк, енәйәтселәр үҙҙәренең ғәмһеҙлеге һәм насар ғәҙәткә эйә булыуы арҡаһында тотола. Эксперт-криминалсылар талаусылар ҡалдырып киткән тәмәке төпсөктәрен табып, уларға генетик экспертиза үткәрә. Уның һөҙөмтәләренән енәйәтселәрҙең берәүһенең элек тә урлашыу һәм талау статьялары буйынса ғәйепләнеп, иректән мәхрүм ителгән 23 йәшлек егет икәне асыҡлана. Ул үҙенең ғәйебен таныған.
Ә уның иптәше икенсе енәйәт ҡылғандан һуң ҡулға алынған. Әле ул РФ Енәйәт кодексының «Үлтереү» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға