«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәхси һаҡ хеҙмәте граждандар именлеге һағында



25.06.2013 Шәхси һаҡ хеҙмәте граждандар именлеге һағында

Шәхси һаҡ хеҙмәте граждандар именлеге һағында Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына И.Насыри урамындағы 5-се йорттоң подъезында ауыр енәйәт ҡылыныуы тураһында билдәле була. Ваҡиға урынында муйынына бысаҡ менән сәнселгән ҡатын табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күп ҡан юғалтыуҙан үлгән, ә енәйәтсе ҡасҡан була.
Тиҙ арала ҡала буйлап үлтереүсене эҙләү операцияһы иғлан ителә. Унда полиция менән берлектә шәхси һаҡ хеҙмәте ойошмалары ла ҡатнаша. «Барыҫ - 2» ойошмаһының тиҙ арала яуап биргән төркөмө (һаҡсы Валерий Сазонов менән һаҡсы-водитель Сергей Будаев) енәйәт булған районға йүнәлә. Сәғәт төшкө 1-ҙәр тирәһендә экипаж Харьков урамында полиция биргән билдәләргә тап килгән ирҙе күреп ҡала. Ул шунда уҡ ҡаса, ләкин «Барыҫ - 2» ойошмаһы һаҡсылары уны гараждар янында ҡыуып тота һәм полицияға тапшыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға