«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Велосипед һәм «КамАЗ» урлаусылар тотолдо



24.06.2013 Велосипед һәм «КамАЗ» урлаусылар тотолдо

Велосипед һәм «КамАЗ» урлаусылар тотолдо Белорет ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малай нимәгәлеп ҡабаланып, үҙенең «Форвард» маркалы велосипедын ҡоймаға махсус йоҙаҡ менән бикләп китә. Ләкин был ғына ярҙам итмәй – кемдер ике тәгәрмәсле «ат»ты урлаған була. Малайҙың ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә. Оператив эҙләү сараларынан һуң, енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бурҙың – 13 йәшлек үҫмерҙең эҙенә төшә.
Полицияның енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Кәртәле-Запань ауылында мотоцикл урлаусы ике ирҙе асыҡлай. Шуныһы билдәле була – зыян күреүсе бурҙарҙы үҙенең тыуған көнөнә саҡыра. Мәжлес тамамланғас, был иҫерек ирҙәр күп уйлап тормай, хужаның «Урал» мотоциклын алып сыға. Тәүҙә улар ауыл урамдары буйлап йөрөй, аҙаҡтан, бензин бөткәс, мотоциклды ауыл ситендә ташлап ҡалдыра. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эшен ҡуҙғытыу хәл ителә.
Белорет полицияһы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларын урлаусыларҙы тотоуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Улар бер төндә бер нисә транспорт сараһын ҡыуып алып китеүсене асыҡлаған. Шуныһы билдәле була - 25 йәшлек егет Тюленин урамындағы бер йорттоң урамынан «УАЗ» автомобилен ҡыуып китә. Артабан ул йөк автомашинаһы менән идара итеп ҡарарға теләй. Егет шул уҡ урамдан «Урал» автомашинаһын асып ҡаса. Артабан, үҙе эшләгән пилорамаға барып етеп, ул шунда ҡуйылған «КамАЗ»ға күсеп ултыра.
Бур егет был автомашинала төн эсендә 300 саҡрым юл үтеп, Йылайыр районына килеп сыға. Шуның менән уның мажаралары тамамлана. Әле был уңышһыҙ водитель РФ Енәйәт кодексының «Автомобиль йәки башҡа транспорт сараһын урлау маҡсатынан тыш законһыҙ ҡулланыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға