«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала сит ил журналистары өсөн матбуғат туры ойоштороласаҡ



24.06.2013 Республикала сит ил журналистары өсөн матбуғат туры ойоштороласаҡ

Республикала сит ил журналистары өсөн матбуғат туры ойоштороласаҡ Британия, Германия, Ҡытай, Рәсәй, Франциянан килгән журналистар өсөн ресубликабыҙҙың иң матур төбәктәре - Күгәрсен һәм Бөрйән райондары буйлап 24 – 28 июндә сәйәхәт үтәсәк.
Күгәрсен районында сит ил ҡунаҡтарына Йомағужа һыу һаҡлағысы, Мораҙым тарлауығы, Үрге Бикҡужа ауылы күрһәтеләсәк. Бөрйән районында журналистарҙы данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһе, башҡорт бал ҡорттары менән танышыу көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға