«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Первушино» аэродромына халыҡ-ара навигация индексы бирелде



24.06.2013 «Первушино» аэродромына халыҡ-ара навигация индексы бирелде

«Первушино» аэродромына халыҡ-ара навигация индексы бирелде«Первушино» аэродромына халыҡ-ара навигация индексы бирелде Өфөнән 30 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан «Первушино» аэродромы хәҙер «UWUO» индексын йөрөтәсәк.
Был код Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһы (ИКАО) тарафынан аэропорттарға бирелә. ИКАО аэропорты коды (ИКАО аэропорты индексы) дүрт хәрефтән тора. Уны осоусылар, һауа хәрәкәте менән ҡулланыусы компаниялар, метеорология хеҙмәттәре ҡуллана. Аэродром «UWUO» индексы менән AFTN авиация халыҡ-ара телеграфы бәйләнешендә лә ҡатнаша аласаҡ. «Первушино» шулай уҡ бар төрҙәге авиация карталарына һәм навигация комплекстарына индерелде. Флайт-симулятор клмпьютер программаларында «осоусы» һәүәҫкәр пилоттар ҙа был аэродромға самолеттарын һәм вертолеттарын «ултырта» аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға