«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылдаштар осрашасаҡ



20.06.2013 Ауылдаштар осрашасаҡ

Ауылдаштар осрашасаҡ Йылдар уҙған һайын элек булған хәл-ваҡиғалар үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙерә, ата-бабалар рухы яңыра. Тарихи тамырҙар алыҫайһа ла, беҙҙең күңелдәрҙә боронғоға ынтылыу көсәйә генә.
Ошо йәһәттән республикабыҙҙа байтаҡ ыңғай эш башҡарыла, төрлө саралар уҙғарыла. Был йәһәттән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», йыйындар, шәжәрә байрамдары айырыуса әһәмиәтле.
Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында 22 июндә Шәжәрә байрамы үткәреләсәк. Барлыҡ ауылдаштарҙы, ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы ошо тантанаға саҡырып, һағынып көтөп ҡалабыҙ. Программала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә арналған обелискыны асыу, төрлө конкурстар, концерт ҡаралған. Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға