«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡалала Йондоҙҙар аллеяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал



20.06.2013 Баш ҡалала Йондоҙҙар аллеяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Баш ҡалала Йондоҙҙар аллеяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал Өфө ҡала округы советы эргәһендәге Йәштәр йәмғиәт палатаһының баш ҡалала Йондоҙҙар аллеяһын булдырыу идеяһын Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хупланы. Йәштәр башлыҡҡа уның проектында күрһәтте.
Ирек Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, Советтар Союзы ваҡытында һәр бер эре ойошманың үҙенең Почет таҡтаһы булыуы бик матур күренеш ине. Унда ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булған эшсәндәрҙең фотоһүрәттәре эленгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йола юғалды. Шуға ла Йондоҙҙар аллеяһын булдырыу бик ҡыҙыҡлы идея, был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡала халҡының фекере лә иҫәпкә алынасаҡ, тине Ирек Ялалов. Аллеяла Өфө үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең исемдәре урын аласаҡ һәм ул, һис шикһеҙ, ҡаланың иҫтәлекле урынына әүереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға