«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урлашыусылар үҙ язаһын аласаҡ



20.06.2013 Урлашыусылар үҙ язаһын аласаҡ

Урлашыусылар үҙ язаһын аласаҡ  Төнгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Өфө ҡалаһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең дежур пультына төнгө барҙағы урлашыу осрағы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала һаҡ хеҙмәтенең экипажы килеп етә. Полиция хеҙмәткәрҙәре шаһиттарҙан нимә булғанын һорау алыу барышында асыҡлай.
Бер төркөм ҡыҙ барҙа мәжлес ҡорғандан һуң, һатып алған эсемлектәр һәм ашамлыҡтар өсөн аҡсаны чек кенәгәһенә һалып, уны өҫтәлдә ҡалдыра. Быны күршеләге өҫтәл артында ултырған өс егет күрә һәм улар кенәгә эсендәге аҡсаны алып, сығып китә.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре видекамера яҙмаларын ҡарап, тиҙ арала енәйәтселәрҙең эҙенә төшә. Егеттәр алыҫ китеп өлгөрмәгән, күршеләге барҙа табышты «йыуып» ултырған була. Улар ҡулға алынған, әлеге ваҡытта урлашыу статьяһы буйынса енәйәт эшен асыу мәсьәләһе хәл ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға