«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк



17.06.2013 Экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк

Экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк 28 июндә Өфөлә, Йәштәр көнөн билдәләү барышында, экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк. Сараны ойоштороусылар булып ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты сығыш яһай. Ярыштар баш ҡаланың Конгресс-холл эргәһендәге түбәнге спорт майҙансығында Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан скейт-паркында үтәсәк.
Ярыштар төшкө сәғәт 3-тә башланасаҡ.
Чемпионатты ойоштороусылар власть һәм йәмәғәтселек иғтибарын республиканың баш ҡалаһында велоинфраструктураны үҫтереү кәрәклегенә йәлеп итергә иҫәп тота.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға