«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Селигер - 2013» йәштәр форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә



17.06.2013 «Селигер - 2013» йәштәр форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

 «Селигер - 2013» йәштәр форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә Июль һәм август айҙарында Тверь өлкәһендә «Селигер - 2013» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы үтәсәк. Унда ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы.
Быйыл лагерь өс сменала эшләйәсәк. 14-21 июлдә – Йәштәр проекттары форумы, 21-27 июлдә – Эшлекле форум, 28 июлдән 6 авгусҡа тиклем Граждандар форумы үтәсәк. Сараларҙа Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән делегациялар ҡатнашасаҡ.
Форумдың төп маҡсаттары - һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уларға йәмәғәтселек һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү, һәләттәрен үҫтереү өсөн майҙансыҡ булдырыу.
Заявкалар 14 июлгә тиклем форумдың сайтында ҡабул ителә. Лагерь 18 - 30 йәштәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн иҫәпләнгән. Өҫтәмә мәғлүмәт менән 8(347) 251-57-11 телефоны аша танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға