«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Испан журналисы БР Халыҡ инструменттары милли оркестры тураһында сюжет төшөргән



17.06.2013 Испан журналисы БР Халыҡ инструменттары милли оркестры тураһында сюжет төшөргән

Испан журналисы БР Халыҡ инструменттары милли оркестры тураһында сюжет төшөргән 19 майҙа республикабыҙҙа эш сәфәре менән испан журналисы Рикардо Маркина Монтаниана булып китте. Ул - «Рәсәй гәзите»нең сит ил хәбәрсеһе. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда Рикардо тәүге тапҡыр түгел. Былтыр Ҡырмыҫҡалы районында үткән 1812 йылғы Ватан һуғышын сәхнәләштереүҙә ҡатнашты. Журналисты Башҡортостандағы мәҙәни, сәйәси, социаль хәл-торош ҡыҙыҡһындыра.
Рәсәйҙең күп төбәктәре әлегәсә Европа өсөн билдәһеҙ булып ҡала. Шуға күрә «Рәсәй гәзите» халыҡ-ара проект асҡан, йәғни илебеҙҙе сит төбәктәргә еткереү һәм популярлаштырыу. Ошо ниәт менән Рикардо Маркина республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Халыҡ инструменттары милли оркестры хаҡында видеосюжет төшөргән.
Ысынлап та, Рәсәйҙең уңыштарын, данын арттырыу өсөн эшләйһе эштәр байтаҡ. Был йәһәттән гәзит ойошторған проект маҡтауға лайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға