«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк



17.06.2013 Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк 20 июндә «Башҡорт китабы йорто»нда шағир, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың «Тормош китабы» тип аталған өр-яңы китабының исем туйы үтәсәк. Баҫмаға баш һүҙҙе ғалим, академик Ғайса Хөсәйенов яҙған. «Тормош китабы»на әҙиптең иң яҡшы әҫәрҙәре тупланған, элек сыҡҡан йыйынтығынан да шиғирҙар ингән. Шиғриәт кисәһендә билдәле шәхестәребеҙ - Ҡәҙим Аралбай, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Гөлфиә Юнысова, Әнисә Таһировалар ҡатнашасаҡ.
Шағирҙың тормош хаҡындағы уйналыуҙарын тыңларға һеҙ ҙә килегеҙ, ҡәҙерле шиғриәт һөйөүселәр!
ББайрам 20 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға