«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Светофорҙарҙы ҡыйратып үсеп алған



17.06.2013 Светофорҙарҙы ҡыйратып үсеп алған

Светофорҙарҙы ҡыйратып үсеп алған Белорет ҡалаһында йәшәүсе 33 йәшлек иҫерек ирҙең төндә мәжлестән ҡайтып барғанында нимәгәлер асыуы килә. Бәхеткә күрә, уның юлында бер кеше лә осрамай. Ләкин, ир үҙенең бар асыуын юлында осраған светофорҙарға төшөрә. Күрәһең, ул «Белые росы» исемле билдәле совет кинокомедияһын һәм унда Николай Караченцов уйнаған эпизодты иҫләп ҡалғандыр. Фильмдағы герой иртәнсәк туйҙан ҡайтып барғанында светофор янына ятып, сигнал ҡорамалына, нимәгә күҙеңде ҡыҫаһың, тип асыулана.
Ләкин Белорет егете фильмдың геройы һымаҡ тыныс ҡайтып китмәй. Ул Октябрҙең 50 йыллығы һәм Точисский урамдары киҫелешендәге светофорҙарҙы ҡыйрата.
Енәйәти эҙләү хеҙмәткәрҙәре «баһадир»ҙың эҙенә тиҙ төшә. Ул «Вандаллыҡ» статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.
РФ Енәйәт кодексының был статьяһы буйынса ғәйепләү бер төркөм егеткә лә янай. К.Маркс урамындағы бер йорттоң стенаһына оятһыҙ лозунгылар яҙған мәлендә, уларҙы патруль-пост хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға